Новости

Бәләкәстәр Шүлгәнташ мәмерйәһен һәм боҙлоҡ дәүеренән ҡалған мәҙәни мираҫты – боронғо һүрәттәрҙе өйрәнә.

Бөрйән районы Әбделмәмбәт балалар баҡсаһында «Йыл педагогы» республика конкурсы сиктәрендә өлкән төркөм балалары өсөн асыҡ дәрес үтте. Тәрбиәсе апайҙары Гүзәл Фәхретдин ҡыҙы Абдуллина мауыҡтырғыс дәрес күрһәтте. Балалар охранан яһалған буяу менән эш итергә өйрәнде, бик матур һүрәттәр килеп сыҡты, «Шүлгәнташ мәмерйәһе» музейы-ҡурсаулығына охра һәм методик ярҙам өсөн рәхмәт, тип хәбәр иттеләр урындан.

* В детском саду с. Абдулмамбетово Бурзянского района в рамках республиканского конкурса "Педагог года" воспитатель Гузель Абдуллина провела открытый урок, посвященный пещере Шульган-Таш и древним рисункам. Историко-культурный музей-заповедник «Пещера Шульган-Таш» оказал методическую помощь и предоставил охру для краски.

#дети #образование #Пещера_Шульган_Таш #НПЦ #ИКМЗ #НаследиеБашкортостана #ShulganTash #Choulgan_Tach